"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

Барыһы ла халыҡ өсөн

.

Барыһы ла халыҡ өсөн
Барыһы ла халыҡ өсөн

Муниципалитеттарҙы үҫтереү программаларын тормошҡа ашырғанда тораҡ пункттарҙың тышҡы ҡиәфәте мөһим роль уйнай. Республика Башлығы Радий Хәбиров уңайлы, күрешле ҡала мөхитен булдырыуҙы мөһим бурыс итеп билдәләгән. 2023 йылда 123 йәмәғәт биләмәһендә "Уңайлы ҡала мөхите" федераль проекты буйынса 1320,3 миллион һумлыҡ төҙөкләндереү эштәре башҡарылды. Уларҙың 25,09 млн һумы – республика ҡаҙнаһынан. Парктар, скверҙар, яр буйҙары, майҙандар матурланды. Программаны тормошҡа ашырғанда тәү сиратта халыҡтың фекере иҫәпкә алына. Тауыш биреү аша районда төҙөкләндереү өсөн иң мөһим объекттар һайланып алына. Программа ҡалаларҙа ғына түгел, ауылдарҙа ла тормошҡа ашырыла. Ауыл халҡы тарафынан һайланған объекттар ысын мәғәнәһендә ҡола ялан урындарҙа төҙөлә.

Беҙҙең Ейәнсура районы ла республика, федераль программаларҙа әүҙем ҡатнаша. 2019-2023 йылдарҙа халыҡ тарафынан һайланып тормошҡа ашырылыусы проекттар – Иҫәнғолдағы “Дуҫлыҡ”  һәм Иҙелбәктәге “Йәштәр” парктары.

Ҡасан ғына Иҫәнғол һәм Яңы Павловка ауылдары араһындағы майҙан буш тора ине, ә хәҙер был урын ейәнсуралар һәм район ҡунаҡтары өсөн иң яратҡан урынға әйләнде. Спорт һөйөүселәр өсөн бында махсус резина япмалы һәм тренажерлы спорт майҙансығы асылды. Теләге булғандар селтәр менән уратып алынған икенсе майҙансыҡта футбол һәм волейбол уйнай ала. Ял итеүселәргә эскәмйәләр ҡуйылған, тышҡы яҡтыртыу үткәрелгән, сәскә түтәлдәре ватылған, уларҙа йәйге ваҡытта сәскәләр хуш еҫле. Концерттар өсөн көмбәҙле сәхнә ҡуйылған. Үҫеп килгән быуында илһөйәрлек тәрбиәләү маҡсатында Дан аллеяһы төҙөкләндерелә. Унда  райондың Советтар Союзы Геройҙарының бюстары, төрлө ғәскәрҙәргә бағышланған һәйкәлдәр һәм танк ҡуйылған. Балалар өсөн дә уйын майҙансығы бар, хәҙер был урын уларҙың яратҡан еренә әйләнгән.  Эҫе көндәрҙә фонтан ағымы аҫтында һыуынырға мөмкин. Әйткәндәй, бында әле лә төҙөкләндереү эштәре дауам итә. Төҙөлөп ятҡан икенсе ҙур фонтан 28 июндә эшләй башлаясаҡ.

Бөгөн “Дуҫлыҡ” паркында ғәҙәти һәм скандинав йөрөшө менән шөғөлләнгән кешеләрҙе, велосипедта йөрөгән балаларҙы осратырға мөмкин. Бында хатта төрлө  район ярыштары ла үткәрелә. Теләге булғандар тренажерҙарҙа шөғөлләнә ала. Ә ултыртылған ағас-ҡыуаҡтар йәйен  еләҫлек бирә, ҡышын елдәрҙән ышыҡлай.

Иҙелбәктә лә ауыл үҙәгендәге майҙанда парк барлыҡҡа килде. Хәҙер был барыһының да яратҡан урыны, теләүселәр спорт менән шөғөлләнә ала, ял итергә теләүселәр өсөн эскәмйәләр ҡуйылған. Парк заманса яҡтыртыу ҡорамалдары менән йыһазландырылған.

Быйыл ошо уҡ программа сиктәрендә район үҙәгендәге Совет урамында скверҙы төҙөкләндереү эштәре башланды. Уны эшләү киләһе йылда ла дауам итәсәк.  

 

Справка өсөн

2019-2024 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында тораҡ пункттарҙа йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү һәм реновациялау буйынса ҙур эш башҡарылды.

2023 йылда 36 парк һәм сквер, 9 яр буйы, 16 майҙан, 18 йәйәүлеләр зонаһы һәм аллеяһы, шулай уҡ 44 башҡа йәмәғәт киңлеге үҙгәртелә.

Күп проекттар экологияны, ҡала мөхитенең энергия һөҙөмтәлелеген һәм тотороҡлолоғон яҡшыртыуға, тарихи урындарҙы һәм архитектура иҫтәлекле урындарын һаҡлауға йүнәлтелгән.

 

Зилиә Ҡ., йәш әсә:

– Өс малай әсәһемен. “Дуҫлыҡ” паркының төҙөлөүе беҙҙең өсөн бик уңайлы булды. Бында килһәң, рәхәтләнеп ял итеп ҡайтаһың. Ҙуры туп тибә, уртансыһы бәүелсәктә өйә, бәләкәсе саф һауала коляскала йоҡлай. Өсөһө лә күҙ алдында. Атайҙары ҡайтһа, ул да килә беҙҙең менән. Уға шөғөлләнеү өсөн тренажерҙар ҡуйылған. Байрамдарҙа килеп әртистәребеҙҙең концертын ҡарайбыҙ. Быйыл ҡышын саңғы ярышында ҙур улым өсөн “ауырып” та алдыҡ. Әлбиттә, кеше күп, әммә һәр кем өсөн бында урын етерлек.

Дәмин Юланов, Ейәнсура район хакимиәте башлығы:

– Йыл һайын "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" программаһы буйынса йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндерелә. Был проект Рәсәй Президенты ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла. Бының һөҙөмтәһендә районыбыҙ матур, заманса, йәшәү өсөн уңайлы була. Был төҙөкләндереү эштәре халыҡтың берҙәм тауыш биреү һөҙөмтәһендә башҡарылды. Берҙәм тырышлыҡ менән республика һәм федераль бюджетарынан финанс ярҙам алдыҡ. Был миҫал халыҡтың тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашыуының мөһимлеген күрһәтә.

Айгөл Ҡылысбаева.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: