Бөтә яңылыҡтар

Балалар бигерәк ҡыуанды

.

Балалар бигерәк ҡыуанды
Балалар бигерәк ҡыуанды

Муниципалитеттарҙы үҫтереү программаларын тормошҡа ашырғанда тораҡ пункттарҙың тышҡы ҡиәфәте тураһында ла уйлау мөһим. Был хаҡта республикала башлығы булараҡ эш башлағанда Радий Хәбиров белдерҙе. Ул шулай уҡ уңайлы, уңайлы ҡала мөхитен булдырыу мөһим бурыстарҙың береһе булыуын билдәләне.

2023 йылда республикабыҙҙа 123 йәмәғәт биләмәһе «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты ярҙамында ныҡ ҡына үҙгәрҙе. Парктар, скверҙар, яр буйҙары, майҙандар, йәйәүлеләр зоналары һәм аллеяларҙың тышҡы йөҙө  матурлана, тораҡ пункттар инфраструктураһына үҙенсәлек индерә.

«Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» өҫтөнлөклө проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә («Торлаҡ һәм Ҡала мөхите» милли проекты) Иҫәнғол ауылының беренсе микрорайонындағы ҡола яланда  балалар өсөн уйын майҙансығы асылды.

Шул тиклем уңайлы, ныҡлы  һәм матур итеп эшләнелгән майҙансыҡ бер ваҡытта ла буш тормай.

Балаларҙың яратҡан урыны был.

Кистәрен айырыуса кеше күп йөрөй. Тик ошо матурлыҡты боҙмай-емермәй һаҡлаһаҡ ине лә. һуңғы арала ял итергә килгән үҫмерҙәрҙең фонарҙәрҙе ватып китеүе бошондора. Әлбиттә, улар табылыр һәм уларға ҡарата саралар күрелер, тип ышанабыҙ.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: