"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

"Балаларыбыҙ - байлығыбыҙ!"

"Балаларыбыҙ - байлығыбыҙ!" - ти Трушин ауылында йәшәүсе Ишмөхәмәтовтар.

"Балаларыбыҙ - байлығыбыҙ!"
"Балаларыбыҙ - байлығыбыҙ!"

“Беҙҙе республикалағы демографик хәл борсой. Был иң ҡатмарлы мәьсәләләрҙең береһе. Белеүегеҙсә, беҙҙә тыуым кәмей бара. Әммә өс һәм унан да күберәк бала үҫтерергә ҡурҡмаған яҡташтарыбыҙ арҡаһында, беҙҙә үлемгә ҡарағанда тыуым күберәк буласаҡ. Күп балалылыҡ – Башҡортостан территорияһында йәшәүсе  төрлө милләт халыҡтарының үҙенсәлеге булып торҙо. Әйҙәгеҙ, бергәләп был матур традицияны дауам итәйек,”- тине Радий Хәбиров бер сығышында.

 

Мәҙинә һәм Байыҡ Ишмәхәмәтовтар Трушин ауылында ғүмер итәләр. Был татыу һәм егәрле ғаилә башлыҡтары биш балаға ғүмер бүләк иткән. Улар Ислам, Инсаф, Илфат атлы малайҙар һәм  Алтынай, Сафия исемле ике ҡыҙ үҫтерәләр. Әйткәндәй, улар үҙҙәре лә күп балалы ғаиләләрҙә үҫкән.

Ғаилә үҙ көсө менән Трушин ауылының яңы урамында ҙур иркен йор һалып сыҡҡан. Был өйҙө төҙөүҙә “Әсәлек капиталы” яҡшы ярҙам иткән.

Байыҡ һәм Мәҙинә бер ҡасан да буш ултырмайҙар. Күпләп мал тоталар. Уңған хужабикә һыйырҙарҙың ағын бер ҡасан да әрәм итмәй. Май, ҡорот, эремсек эшләй.

Ауылда йәшәп мал тотмайынса булмай, балалар  тәбиғи ризыҡтар менән туҡланырға тейеш, ти Ишмөхәмәтовтар.  Улар ҙур баҡсала йәшелсәләрҙе лә, картуфты ла күпләп үҙҙәренә ҡыш буйы етерлек итеп үҫтерә. Балалары ла бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫәләр.  Ҙур улдары Ислам күптән атаһының ҡулы аҫтында мал ҡараша, утын әҙерләшә. Бәләкәстәр И менән И баҡсала ярҙам итә, ҡаҙ,тауыҡ себештәрен ҡараша.  Хужабикә Мәҙинә Кәрим ҡыҙы ҡул эштәренә лә бик оҫта.

Биш баланы кейендереү, ашатыу, уларҙың ял ваҡытын ойоштороу өсөн байтаҡ аҡса талап ителә. Ишмөхәмәтовтарға был сығымдарҙы кәметергә ай һайын түләнеп барған берҙәм универсаль пособие ныҡ ярҙам итә. Күп балалы ғаилә булараҡ бирелгән льготалар ҙа ярап ҡала.

 Мәҙинә Ишөхәмәтова, Трушин ауылы, күп балалы әсәй:

-Тормош иптәшем менән өс малай һәм ике ҡыҙ тәрбиәләйбеҙ. Берҙәм пособиены Дәүләт хеҙмәттәре порталында юлланым. Элекке кеүек сәғәтләп сиратта тормағас, балаларҙы өйҙә йә туғандарға ҡалдырып ураған һайын документ юлламағас, бик уңайлы булды. Бөгөнгө хаҡтарҙы иҫәпкә алһаң,  берҙәм пособие аҡсаһы тулыһынса балаларға тотонола, кейем-һалым, уҡыу кәрәк-яраҡтары, аҙыҡ-түлек алыуға етеп тора. Дөйөм алғанда, тотона белгән кешегә ҙур ярҙам инде.

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: