Мәҫәлән, 2022 йылда “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса төбәктә 27 мәҙәниәт объекты реконструкцияланды һәм ремонтланды. Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, был маҡсатҡа республика бюджетынан бер миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Бынан тыш, тармаҡҡа федераль бюджеттан рекордлы аҡса күләме – 750 миллион һум самаһы йәлеп ителде. Ә 2023 йылда иң күләмле эшкә генә туҡталһаҡ та, Өфөлә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында капиталь ремонт башҡарылды. Быйыл да "Мәҙәниәт" милли проекты әүҙем тормошҡа ашырыла. 2024 йылда баш ҡала Ҡурсаҡ театрында реконструкцияны тамамлау күҙаллана.
Райондарҙа ла был йәһәттән ҙур һәм әһәмитәле эштәр башҡарыла. Ни тиһәң дә, халыҡты мәҙәниәткә ылыҡтырыу – "Мәҙәниәт" милли проектының төп бурыстарының береһе. Кисә Ейәнсура районына “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса ҡайтарылған автоклуб һымаҡ күсмә мәҙәниәт үҙәге ошо маҡсатты тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәк тә инде.
Әйткәндәй, районға килгән “ГАЗон Next” базаһында эшләнгән күп функциялы күсмә мәҙәни үҙәк 30 минут эсендә концерт залына әйләнә ала. Был “тәгәрмәсле клуб” сәхнә-трансформер, спутник антеннаһы, акустика системаһы һәм мультимедия ҡоролмаһы кеүек заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған.
Автоклуб машина барып етерлек төрлө асыҡ урындарҙа: парк булһынмы ул, ял урындарымы – мәҙәни саралар үткәреү мөмкинлеге бирәсәк. Тимәк, автоклуб ҡайтыу менән райондың мәҙәни тормошо тағы ла төрлөрәк һәм сағыуыраҡ буласаҡ.