Үҙ эшеңде асыу өсөн ҡыйыулыҡ кәрәк

Эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған "Инвестиция сәғәт"тәре  Ейәнсура районында ла уңышлы тормошҡа ашырыла. Һәр кемде – үҙ эшен башларға ниәтләгәндәрҙе лә, уңышлы эшләгән, әммә эшмәкәрлеген киңерәк йәйелдерергә теләгән йүнселдәрҙе лә “Ивестициялар сәғәте”ндә тыңларға, мөмкин булған ярҙамды тәҡдим итергә әҙерҙәр.  Иҫәнғолдан автомеханик һөнәрле Ришат Миниәхмәтов та "Инвестициялар сәғәте"ндә үҙ проекты менән ҡатнаша һәм автосервис асыу хыялын тормошҡа ашыра. 

Үҙ эшеңде асыу өсөн ҡыйыулыҡ кәрәкҮҙ эшеңде асыу өсөн ҡыйыулыҡ кәрәк
Үҙ эшеңде асыу өсөн ҡыйыулыҡ кәрәк

 

Инвестиция сәғәттәре бөгөнгө көндә бизнес менән үҙ-ара эш итеүҙең һәм тиҙ идара итеү ҡарарҙарын ҡабул итеүҙең һөҙөмтәле ҡоралы булып тора, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Әйткәндәй, Был Радий Хәбиров индергән “Инвестиция  сәғәте” үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтеп, бындай формат республиканың башҡа тармаҡтары һәм өлкәләре буйынса үҙ-ара эш итеү форматы булараҡ индерелде.

“Республикала бизнес проекттарҙы тормошҡа ашырыу системаһының  файҙалы булыуы ҡыуаныслы. Ауыл хужалығы тармағын  продукция етештереү күләмен арттырыуға йүнәлтәбеҙ. Был – үҫешкә стимул”. (БР Башлығы Радий Хәбиров сығышынан).

Эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған был сара Ейәнсура районында ла уңышлы тормошҡа ашырыла. Һәр кемде – үҙ эшен башларға ниәтләгәндәрҙе лә, уңышлы эшләгән, әммә эшмәкәрлеген киңерәк йәйелдерергә теләгән йүнселдәрҙе лә “Ивестициялар сәғәте”ндә тыңларға, мөмкин булған ярҙамды тәҡдим итергә әҙерҙәр.

Ана шундай инвестсәғәттәрҙең береһендә Иҫәнғол ауылынан автомеханик һөнәренән эйә булған Ришат Миниәхмәтов та үҙенең проекты менән ҡатнаша – автосервис асырға теләк белдерә. Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, уның иҡтисад буйынса урынбаҫары, бизнес-шериф Азамат Салауатов, иҡтисад бүлеге, мәғлүмәт-консультация үҙәге, райондың мәшғүллек үҙәге белгестәре ҡатнашлығында үткән был эшҡыуарлыҡ сәғәтендә Ришат Ғәзинур улының проекты хуплау таба. Белгестәрҙең консультацияһы, кәңәштәре ярҙамында Ришат Миниәхмәтов контракт буйынса адреслы социаль ярҙам, йәғни АСПК программаһында ҡатнашырға ҡарар итә.

Ниәт иткән – моратына еткән, тигәндәй, Ришат Ғәзинур улы шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлә һәм программа буйынса дәүләт ярҙамы ала. Был 350 мең һумға ул программа ярҙамына автомобилдәрҙе йүнәтеү өсөн тәғәйенләнгән электрон блоктар өсөн программатор, эндоскоп, диагностикалау ҡорамалы, махсус фен, микроскоп һәм микросхемалар йәбештереү өсөн паяльник кеүек кәрәк-яраҡ һатып ала. Автосервисты иһә өйө янында урынлашҡан ҙур гаражда аса.

  • Әлеге ваҡытта күп водителдәр автомобиль электроникаһына зарлана. Һорау булғас, ни эшләп ошо юҫыҡта эшләмәҫкә?! Етмәһә ремонт эштәре башҡарыу өсөн бер юлы ике машина һыймалы ҙур гараж бар, тәжрибәм дә ярайһы ғына. Шуға ла үҙемә автоэлектроника менән шөғөлләнгән автосервис асырға тигән маҡсат ҡуйҙым. “Инвестиция сәғәте”нә барҙым һәм хыялымды тормошҡа ашырҙым да инде, – ти Ришат Ғәзинур улы. 

Башлыса уға ҡиммәтле автомобиль хужалары мөрәжәғәт итә икән. “Эш ҡатмарлыраҡ булған һайын ҡыҙығыраҡ”, ти ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаған йәш эшҡыуар.

Нәркәс Рафаэль ҡыҙы Хәлитова, Ейәнсура районы хакимиәтенең иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ бүлегенең баш белгесе:

  • Бөгөн кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн мөмкинлектәр күп. “Инвестициялар сәғәттәре”ндә буласаҡ һәм ғәмәлдәге эшҡыуарҙарға консультациялар үткәрәбеҙ, төрлө яҡлап ярҙам күрһәбеҙ. Ейәнсура районында 2024 йылдың алты айында 28 инвестсәғәт үткәрелде.Унда төрлө белгестәрҙең йәлеп ителеүе мөрәжәғәт итеүсегә бер урында күп яҡлап ярҙам алыу мөмкинлеге бирә.

Әйткәндәй, районда 456 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән (был һан үткән йылғы менән сағыштырғанда 102% тәшкил итә). Бер – урта, ете – кесе һәм 449 микропредприятие эшләп килә. Үҙмәшғүлдәр һаны былтырғыға ҡарағанда 509-ға артып, 1606 кеше булды.

 

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас