Бөтә яңылыҡтар

Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ

Ейәнсурала "Сәләмәтлек поезы" эшләй.

Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ
Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ

“Сәләмәтлек поезы” беҙҙең районда 2 сентябрҙә Ҡужанаҡ ауылында эшләй башланы. Бында Яңыбай ауылы биләмәһендә йәшәгән 49 кеше һаулығын тикшертә алды. Үҙ һаулығын ҡайғыртҡандар бушлай тикшереү үтеү мөмкинселеген ҡулдан ысҡындырмай. Шуға ла  “поезд” үҙҙәрендә ҡабул иткәндә өлгөрмәгән яңыбайҙар 3 сентябрҙә Иҙелбәк ауылына килеп  медицина тикшереүе үтә алды.

Әйткәндәй, Иҙелбәк ауылында табиптар өс көн ҡабул итте. Бында килеүселәр сиратта оҙаҡ тормай ғына төрлө анализдар тапшырҙы, ЭКГ үтте, ҡан баҫымы, шәкәр күләмен үлсәтте. Айырым күсмә флюрография кабинеты ла эшләне. ЭКГ-ға һәм анализдарҙы күсмә мобиль станцияла Күмертау ҡала дауаханаһы белгестәре ҡабул итһә, һанап кителгән тикшереүҙәрҙе үткәндәр үҙебеҙҙең район дауаханаһы табиптарына күренә алды. “Поез” составында терапевт Эльвира Кирәева, невропатологтар Гөлназ Ғәбәүетдинова һәм Элина Күсәрбаева, гинеколог Әлмира Монасипова, кардиолог Илдар Ғәрифуллин ҡабул итте.

Рәмис Байгилдин, Иҫәнғол үҙәк дауаханаһының фельдшер статистикаһы бүлеге етәксеһе:

-“Сәләмәтлек поезы” Иҙелбәктә тәүге көндә – 51, икенсе көндә 63 кешене ҡабул иткән. Ул артабан Абзанда – 6-9 сентябрь, Күгәрсендә – 10-11 сентябрь һәм Ишемғолда 12-13 сентябрҙә эшләйәсәк.

Гөлфиә һәм Ғилфан Сиражетдиновтар, Иҙелбәк ауылы:

- Ҙур рәхмәт инде ошондай “Сәләмәтлек поезы” булдырып, халыҡтың һаулығын ҡайғыртҡанға. Флюрография үтергә ваҡыт еткән ине, тиҙ генә уныһын да үтеп ҡуйҙыҡ. Йәһәт кенә анализдар биреп ҡанда холестерин һәм шәкәр күләмен белдек. Анализдарға ҡарап артабан йүнәлтмәләр бирелеүе һәм ошонда уҡ башҡа табиптарға күренеп булыуы бик уңайлы. 

Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
– Беҙҙең «Сәләмәтлек поездары» тотороҡло рәүештә һөҙөмтәләр бирә. Бер яҡтан, улар борсоулы, сөнки һәр диагнозға кеше яҙмышы бәйле. Икенсе яҡтан, был акцияны төпкөл ауылдарҙа йәшәгән кешеләрҙең тикшереү үтеү һәм, кәрәк икән, артабан дауаланыу өсөн мөмкинлеге булһын тигән маҡсатта ойошторҙоҡ.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: