Хөрмәтле райондаштар!
“Цифрлы тигеҙһеҙлекте туҡтатыу” федераль программаһына ярашлы, халыҡ һаны 100-ҙән 500-гә тиклем еткән ауылдарҙы Интернет һәм кәрәҙле телефон бәйләнеше менән тәьмин итеү буйынса тауыш биреү башланды.
Һуңғы йылдарҙа, һеҙҙең берҙәм тауыш биреүегеҙ һөҙөмтәһендә, районыбыҙҙың 15 тораҡ пункты интернет һәм кәрәҙле элемтә менән тәьмин ителде. Быйыл йәнә 2 объект: ИҘӘШ һәм АРСЕН ауылдары сиратта тора.
Әйҙәгеҙ, бергәләп яҡташтарыбыҙға ярҙам итәйек.
17 ноябргә тиклем “Дәүләт хеҙмәттәре” (Госуслуги) https://www.gosuslugi.ru/inet порталына инеп ИҘӘШ һәм АРСЕН ауылдары өсөн тауыш биреү кәрәк.
Шулай уҡ Рәсәй Почтаһы аша 2024 йылдың 17 ноябренә тиклем 123112, Мәскәү, Пресненская набережная, д. 10, стр. 2 адресы буйынса ғариза ебәреп тауыш бирергә мөмкин.
Дуҫтар, әйҙәгеҙ бергәләп тауыш биреүҙә ҡатнашайыҡ!