Бөтә яңылыҡтар

Башҡарасаҡ эштәр алда әле

Күп фатирлы йорттарҙа ремонт эштәре башҡарыла.

Башҡарасаҡ эштәр алда әле
Башҡарасаҡ эштәр алда әле

Республика Башлығы тәҡдиме менән 2019 йылдан күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы ремонтлау программаһы эшләй башланы. Уның буйынса республикала 3,5 миллиард һумға яҡынса 8,2 мең подъезд яңыртылған. Дөйөм алғанда, 4 меңдән ашыу күп фатирлы йорт тәртипкә килтерелгән. 2,7 меңдән ашыу лифт алмаштырған. Был күрһәткес алдағы биш йыллыҡтағы менән сағыштырғанда 2,5 тапҡырға күберәк. Был маҡсаттарға йәмғеһе 22 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.

Ейәнсура районы үҙәгендәге күп фатирлы йорттарҙа өлөшләтә ремонт эштәрен “Торлаҡ-коммуналь төҙөлөш кампанияһы” предприятиеһы эшселәре башҡара. Әле улар Интернационал урамындағы өс ҡатлы йорттоң подвалына ишек ҡуйыу менән мәшғүл. Был эште Артур Хәсәнов һәм Дмитрий Сусанин башҡара.

Предприятие етәксеһе Рәнис Абдуллов белдереүенсә, эшселәр етешмәү подъездарҙа ремонт эштәрен планға ярашлы башҡарыуға мөмкинлек бирмәй. Шуға ла ике кешенән генә торған бригада күп фатирлы йорттарҙағы иң мөһим эштәрҙе башҡара. Йылытыу миҙгеле алдынан йылылыҡ биреү системаһында “стояктар”ҙы алыштыралар.

2019-2024 йылдарҙа барлығы алты күп фатирлы йорттоң 12 подъезында ремонт башҡарылған. Ҡайһы бер подъездарҙа аҡлау-буяу эштәре үткәрелгән, баҫҡыстар һәм тәҙрә рамдары йүнәтелгән, инеү урындарына ҡыйыҡ ҡуйылған.

“Мин һәр ваҡыт кешенең кәйефе нисек барлыҡҡа килеүе тураһында әйтәм. Ул иртән тора ла бысраҡ подъездға, унан тубыҡҡа тиклем батҡаҡ ятҡан ихатаға сыға. Аңлашыла – кәйефе булмай. Ә бына таҙа, яҡтыртылған подъезға сыҡһа – бөтөнләй башҡа хәл. Беҙгә уңайлы мөхит булдырырға кәрәк”, – тине Республика Башлығы подъездарҙы ремонтлау программаһына старт биргәндә.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: