Беҙҙең районда йылҡысылар артыҡ күп түгел, әммә араларында башҡорттоҡомло сабыш аттарын үрсетеүселәр булыуы һөйөндөрә. Тап шундайҙар – Фәрит Әбделғужин, Ғәлләм Ишмөхәмәтов, Илһам Хөсәйенов, Әнис Ишмөхәмәтов, Сибәғәт Рәйемғужин, Нияз Йосопов, Ғәлим Ҡунаҡбаев инициативаһы менән беҙҙең районда Башҡортостан Республикаһы көндәренә арналған тәүге ат сабышы ярыштары уҙғарылдыла инде. Улар үҙҙәре үк ярыштың спонсорҙары булды һәм шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙар, ат сабыштары һөйөүселәрҙең матди ярҙамы менән был ярышты үткәрҙе. Әлбиттә, сараны ойоштороуғарайон хакимиәте, ветеринария станцияһы, мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре лә ҙур өлөш индерҙе.
Тәүгә генә уҙыуға ҡарамаҫтан,сара Башҡортостандың Миәкә, Нуриман, Бүздәк, Көйөргәҙе, Әлшәй, Баймаҡ, Әбйәлил, Ауырғазы, Ейәнсура райондарынан һәм Силәбе, Ырымбур өлкәләренән килгән ярышсыларҙы, барлығы 37 һыбайлыны, 40-тан артыҡ сабыш аттарын берләштерҙе.
Ярыш биш уҙыштан торҙо. Беренсеһендә ике йәшлек таҙа ҡанлы аттар 1600 м арауыҡҡа уҙышты. Бында иң беренсе булып беҙҙең райондан Аҡсарлаҡта Илһам Хөсәйенов килде, Башҡорт исемле атта Илназ Мостафин – икенсе, ә Батыйханда Денис Федоров өсөнсө урынға сыҡты.
Икенсе уҙышта ике йәшлек таҙа ҡанлы һәм ярым ҡанлы аттар шулай уҡ 1600 м дистанцияла ярышты. Был категорияла Денис Федоров Шерханда (ат хужаһы Фәрит Әбделғужин)беренсе булды. Унан ҡала Ырымбур өлкәһенән килгән Фараонда Шамил Хоҙайғолов һәм Баймаҡ районынан Геродотта Снежана Таймаҫова икенсе һәм өсөнсө урындарҙы бүлеште.
Өсөнсө 2400 м арауыҡҡа уҙышта иһә өс йәшлек таҙа ҡанлы һәм ярым ҡанлы аттар ярышты. Һөҙөмтәлә, Баймаҡтан Лаки ҡушаматлы атта Снежана Таймаҫова еңеүсе булды, Бүздәктән Пограничникта Фидан Ғәйфуллин икенсе килде, шулай уҡ Баймаҡтан Еракста Сергей Айсынов өсөнсө урынға сыҡты.
4800 м дистанцияла 10 бәйгесе ҡатнашты, әммә иң сыҙамлылар ғына был арауыҡты лайыҡлы үтә алды. Бында Монгол ҡушаматлы атта Денис Федоров тәүге булып килде, унан ҡала Бөркөттә Фидан Ғәйфуллин һәм Ырымбур өлкәһенән Сайганда Артем Мануйлов финиш һыҙығын уҙҙы. Әйткәндәй, Артем – ярыштың иң йәш һыбайлыһы, ат сабыштары менән ҡыҙыҡһына башлауына ла ни бары бер йыл ғына. Был уҙышта старт һыҙығынан ҡуҙғалып киткәндәрҙең алтауһы ғына дистанцияны тулыһынса үтә алды.
Аҙаҡҡы “Бәйге” исемле уҙыш иң ауыры булды һәм унда ни бары ете һыбайлы ғына ҡатнашты. Беренсе әйләнештә үк лидер булып алға сыҡҡан Сергей Айсынов Афродитала беренсе булып килде. Падишах ҡушаматлы атта (ат хужаһы Әнис Ишмөхәмәтов) Илгиз Имелбаев икенсе булып килде. Ә өсөнсө урынға Ырымбур өлкәһенәнБуян ҡушаматлы атта Санат Туксиков килде, һыбайлыға ни бары 14 йәш кенә.
Еңеүселәр аҡсалата приздан тыш район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙына, кубокка һәм миҙалдарына лайыҡ булды. Сара аҙағында барлыҡ ҡатнашыусылар һәм ойоштороусылар өсөн саф һауала төшкө аш ойошторолдо. Һарыҡ итенән оло ҡаҙанда бешерелгән тәмле былау, ялан сәйе барыһының да күңеленә хуш килде.
Ойоштороусылар белдереүенсә, сара күҙалланғанса тейешле кимәлдә, иң мөһиме бер ниндәй ҙә күңелһеҙ ваҡиғаларһыҙүтте. Ат сабыштырыусылар ҙа, тамашасылар ҙа күңелле тәьҫораттарҙа ҡалды.
Ғәлләм Ишмөхәмәтов, ойоштороусы, Яңы Павловка ауылы:
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, башҡорттар атҡа иғтибарҙы кәметмәй:“Тоғро дуҫ, яуҙа юлдаш, хужалыҡта шәп ярҙамсы – был беҙҙең башҡорт аты тураһында. Сыҙам һәм уникаль тоҡом – башҡорт тоҡомо. Беҙҙең бурыс – Башҡортостанда йылҡысылыҡтың сәскә атыуын тәьмин итеү”.