Ниһайәт, быйыл эштәр башҡарыла башланы. Әлегә республика бюджетынан бүленгән 18 миллиондан артыҡ аҡсаға төҙөкләндереү эштәре башҡарыла. Тәү сиратта бында пластик тәҙрәләрҙе заманса һәм талаптарға ярашлы сифаттағы тәҙрә пакеттарына алыштырырға ҡарар иткәндәр. Был тәҙрәләр күпкә ҡалыныраҡ һәм йылы һаҡлаусан буласаҡ, ти эшселәр. Ремонт эштәрен Стәрлетамаҡ ҡалаһынан “Кемаль” йәмғиәте оҫталары башҡара.
Бынан тыш стационарҙа тулыһынса ишектәр алыштырыла. Был эштәрҙе октябрь аҙағынаса башҡарырға планлаштырылған.Шулай уҡ стационарҙа электр сымдарын, розеткаларҙы, ут ҡабыҙғыстарын алыштырыу ҡаралған. Әйтергә кәрк, был эштәр тәҙрә һәм ишектәрҙе ҡуғандан һуң артып ҡалған аҡсаға эшләнәсәк. Тимәк, бүленгән аҡса тулыһынса үҙләштерелсәк.
Ысынлап та, стацонарға күптән төҙөкләндереү талап ителә ине. 1971 йылда төҙөлгән бинала ошо ваҡыт эсендә бер тапҡыр ғына капиталь ремонт башҡарылған. Киләһе йылға бында шулай уҡ иҙәндәрҙе алыштырырға, буяу-аҡлау эштәре, йылы һәм һыуыҡ һыу менән тәьмин итеү, бүлектәрҙә душ урынлаштырыу планға һалынған.
Зәлиә Байғусҡарова.
Владислав Ваһапов, Иҫәнғол үҙәк дауаханаһының баш табибы:
“Президент программа ҡабул итте. Былмедицинаның беренсел звеноһын комплекслы модернизациялау буйынса бик шәп программа. Беҙҙең республикаға уға ярашлы 18 млрд һум аҡса бүленәсәк, әйтергә кәрәк был бик етди аҡса. Беҙ унлаған поликлиника төҙөйәсәкбеҙ, дауаханаларҙа капиталь ремонт башҡарасаҡбыҙ, яңы ФАП-тар барлыҡҡа киләсәк. Иң тәү осраҡта беренсел звеноның материаль-техник базаһына иғтибар итәсәкбеҙ”.(Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың 2022 йылда “Рәсәй һәм донъя” форумында сығышынан).