ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
10

Эшләһәң - ярҙам бар

Байыш ауылынан Ғәни Юлдыбаев бар ғүмерен ауыл хужалығына бағышлаған. Яратҡан эшен тотороҡло алып барыуға грант алыуға өлгәшеү ҙә яҡшы ярҙам булған.

Эшләһәң - ярҙам бар
Эшләһәң - ярҙам бар

Малсылыҡ тармағын үҫтереү өсөн уңайлы булған Ейәнсура районында күп йүнселдәр ошо йүнәлеште һайлай. Шуларҙың береһе – “Элмәле” хужалығы етәксеһе Ғәни Юлдыбаев. Уның хужалығында 130 баштан артыҡ йылҡы һәм 90-дан ашыу һыйыр малы аҫырала. Симментал тоҡомло һыйырҙарҙы Ғәни Улъябай улы 2022 йылда ауыл хужалығын үҫтереүгә йүнәлтелгән дәүләт ярҙамы менән алған.  2, 7 млн һумға тоҡомло малды Баймаҡ районынан алып ҡайтҡан.

Грант былай ҙа тотороҡло эшләп килгән хужалыҡ өсөн шәп ярҙам булған. Ғәни Улъябай улы йәштәрҙе үҙ эшен асырға, тыуған ерҙә эшләргә, дәүләт ярҙамынан баш тартмаҫҡа саҡыра.

 

Зәбир Мәхиәнов, Ейәнсура районы хакимиәтенең мәғлүмәт-консультация үҙәге етәксеһе:

  • Үткән йыл “Агростартап” программаһында алты райондаш ҡатнашты. Әлебайҙан Кәримә Хәсәева – малсылыҡ, ә Иҫәнғолдан Лилиә Мөхәмәтова ҡошсолоҡ йүнәлеше буйынса проекттарын уңышлы яҡлап, грант алыуға өлгәште. Тотош республиканан 36 ярҙам алыусы араһында Ейәнсуранан ике эшҡыуар булыуы ҡыуаныслы.

Быйыл программала ҡатнашыусырға ниәтләгәндәр документтар туплай башланы. Улар араһынан да грантҡа өлгәшеүселәр булыр, тип ышанабыҙ.

 

“Республика йүнселдәргә күп төрлө йүнәлештә ярҙам итергә әҙер. Әммә берҙәм эш алып барғанда инициативаларҙы тормошҡа ашырыу өсөн яңы дәртләндереү сараларынан тыш һәр кемдең әүҙемлеге һәм ҡыҙыҡһыныуы кәрәк”.

(Радий Хәбировтың 2023 йылдың 3 мартында  һөт малсылығын үҫтереү буйынса күсмә кәңәшмәлә әйтелгән телмәренән.)

Зәлиә Байғусҡарова.

Автор фотоһы.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: