

2024 йылда Башҡортостан халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтен комплекслы яңыртыу буйынса проекттың икенсе тулҡынында ҡатнашты. Төбәктә эшләп килгән 69 кадрҙар үҙәгенең 51-е яңыртылды.
“Былтыр кадрҙар үҙәктәре яңыртылған 12 төбәк араһында тап Башҡортостан эшһеҙлек буйынса иҫәптә тороу ваҡытын ҡыҫҡартыу буйынса алдынғы урынды биләй. Мәшғүллек хеҙмәтенең яңы нөктәләрен асабыҙ, шул рәүешле беҙ илдә яңы һәм яңыртылған кадрҙар үҙәктәре селтәрен нығытабыҙ, үҫтерәбеҙ,– ти билдәләне Дмитрий Платыгин. – Бөгөн кадрҙар үҙәктәре ниндәйҙер сәбәптәр менән эшһеҙ ҡалғандарға ғына түгел, карьера буйынса үҫергә теләгән һәр кемгә ярҙам итергә әҙер. Кадрҙар үҙәктәрендә эш биреүселәргә ҡарата етди иғтибар бүләләр, төбөктең иҡтисадына өлөш индерәләр”.
2025 йылдың аҙағына Рәсәйҙең 46 төбәгендә 1200-гә яҡын яңыртылған кадрҙар үҙәге асылырға тейеш. Әйткәндәй, Башҡортостанбыл киң күләмле ароектҡа 2019 йылда ҡушылды һәм ошо ваҡыт эсендә 468 млн. һумлыҡ ярҙам алды. Тағы ла 441 млн һум аҡса төбәк бюджетынан бүленгән. Модулле биналар стандарттарға ярашлы биналар булмаған муниципалитеттарҙа төҙөлә.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, яңыртылған кадрҙар үҙәге бинаны ремонтлау ғына түгел. Бында күрһәтелгән хеҙмәттәр даирәһе эш эҙләүҙә ярҙам күрһәтеүгә ҡарағанда күпкә киңәйтелде. Республика башлығы шулай уҡ Рәсәй Хеҙмәт министрлығына уңышлы хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт еткерҙе һәм халыҡ өсөн заманса кадрҙар үҙәктәрен булдырыу бик мөһим икәнлеген белдерҙе.