Новости
10 Ноября 2017, 08:35

10 ноябрь - РФ Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө

Хөрмәтле эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һөнәри байрамығыҙ уңайынан ысын күңелдән ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!Эске эштәр органдарында хеҙмәт итеү йәмғиәттең мөһим ҡиммәттәрен – законлылыҡты һәм тәртипте, кеше ғүмеренең һәм мөлкәтенең хәүефһеҙлеген һаҡлауға йүнәлтелгән. Райондағы социаль һәм иҡтисади хәл-торош, граждандарҙың тыныслығы һәм киләһе көнгә ышанысы күп йәһәттән һеҙҙең эшегеҙгә бәйле. Енәйәтселеккә ҡаршы көрәштә, кеше намыҫы һәм бәҫе һағында һеҙҙең иң яҡшы сифаттарығыҙ асыла. Тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса ҙур эш алып барыла. Һеҙ районда үткән ижтимағи-сәйәси, мәҙәни, спорт сараларының хәүефһеҙлеген тәьмин итәһегеҙ. Ватандаштарыбыҙҙың тыныс тормошон, емешле хеҙмәтен һәм ялын тәьмин итеү өсөн хеҙмәт итеүегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәт белдерәм. Шәхси сифаттары һәм бай тәжрибәһе һәр саҡ кәрәк булып, яңы профессионалдар быуынын тәрбиәләргә ярҙам иткән ветерандар был көндә айырыуса ихтирамға һәм рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ. Еңел булмаған хеҙмәтегеҙҙә уңыштар, йөкмәтелгән бурыстар ыңғай хәл ителеүен, эшегеҙҙә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүегеҙҙе, һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек теләйем! Ә. Байсурин, МР хакимиәте башлығы.

Хөрмәтле эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һөнәри байрамығыҙ уңайынан ысын күңелдән ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Эске эштәр органдарында хеҙмәт итеү йәмғиәттең мөһим ҡиммәттәрен – законлылыҡты һәм тәртипте, кеше ғүмеренең һәм мөлкәтенең хәүефһеҙлеген һаҡлауға йүнәлтелгән. Райондағы социаль һәм иҡтисади хәл-торош, граждандарҙың тыныслығы һәм киләһе көнгә ышанысы күп йәһәттән һеҙҙең эшегеҙгә бәйле. Енәйәтселеккә ҡаршы көрәштә, кеше намыҫы һәм бәҫе һағында һеҙҙең иң яҡшы сифаттарығыҙ асыла. Тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса ҙур эш алып барыла. Һеҙ районда үткән ижтимағи-сәйәси, мәҙәни, спорт сараларының хәүефһеҙлеген тәьмин итәһегеҙ.

Ватандаштарыбыҙҙың тыныс тормошон, емешле хеҙмәтен һәм ялын тәьмин итеү өсөн хеҙмәт итеүегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәт белдерәм. Шәхси сифаттары һәм бай тәжрибәһе һәр саҡ кәрәк булып, яңы профессионалдар быуынын тәрбиәләргә ярҙам иткән ветерандар был көндә айырыуса ихтирамға һәм рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ.

Еңел булмаған хеҙмәтегеҙҙә уңыштар, йөкмәтелгән бурыстар ыңғай хәл ителеүен, эшегеҙҙә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүегеҙҙе, һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек теләйем!
Читайте нас