Новости
20 Ноября 2017, 07:03

Бөгөн – Бөтә донъя балалар көнө

Берләшкән милләттәр ойошмаһының Генераль ассамблеяһы был датаны 1954 йылдағы конгресында ҡабул итә. Уның төп маҡсаты – донъяның төрлө дәүләттәрендәге балаларҙы яҡлау, уларҙы лайыҡлы тормош шарттары менән тәьмин итеү. Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, ер йөҙөндә йыл һайын 5 йәшкә тиклемге 11 миллион сабый вафат була, тиҫтәләрсә миллионы төрлө сирҙәрҙән ғәрипләнә. Төп сәбәп – тейешле медицина хеҙмәтләндереүе булмауҙа. Был мәсьәлә айырыуса Африка дәүләттәрендә киҫкен тора.

Читайте нас