17 июлдә Татарстан республика ветеринария лабораторияһы тикшереүҙәре һөҙөмтәһендә күрше Республикала ҡош киҙеүе вирусы асыҡланған. Патологик материалдар килтерелгән Сүпрәле, Кайбыш, Тәтеш, Апас райондарында һәм Кама тамағы биҫтәһендә барлығы 350 баш ҡош-ҡорт яндырылған.
Хәҙер был райондарҙа инфекцияны бөтөрөү буйынса эш барышында ауырыу ҡоштар ғына түгел, хужалыҡта булған башҡа ҡоштар ҙа яндырылған. Ауырыу ҡоштар торған урындарҙа дезинфекция үткәрелгән. Ветеринария белгестәре өйҙән өйгә йөрөп, аңлатыу эштәре алып бара.
Фаразлауҙар буйынса, ауырыу ҡоштар Сыуаш Республикаһынан индерелгән булырға мөмкин. Ауыл халҡы уларҙы баҙарҙа йәки урамда һатып йөрөүселәрҙән алған. Шуға ла Сыуаш Республикаһы менән сиктәш райондарға инеү юлында 5 көсәйтелгән ветеринария-полиция постары урынлаштырылған.