Республиканың йөҙ йыллығына йөҙ объекттың берәүһе төҙөлөп, бөгөн файҙаланыуға тапшырылды.
«Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект» акцияһына ярашлы, Нуриман районының Иҫке Күл ауылында яңы мәҙәни усаҡ сафҡа индерелде. Байрамда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Ришат Сабитов, БР Мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, Нуриман районы хакимиәте башлығы Азамат Носратуллин һәм башҡа ҡунаҡтар сығыш яһаны. Урындағы «Йәшлек» вокал түңәрәге, «Ҡояшҡай» бейеү төркөмө, ҡурайсылар, ҡумыҙсылар ансамблдәре сараны йыр-моңға күмде.
Иҫке Күл клубы 2017 йылдың майында авария хәлендә тип танылып ябылғайны.Иҫке бина емерелде, урынында төҙөлөш башланды, ә мәҙәниәт усағы ваҡытлыса ауыл китапханаһы бинаһына күсте.
Бөгөн ауыл халҡы һөйөнөсөнә, бына тигән социаль - мәҙәни үҙәк асылды. Ул өс блоктан тора — 96 урынлыҡ тамаша залы, китапхана һәм фельдшер-акушерлыҡ пункты. Шулай уҡ, ҡаҙанлыҡ, һыу үткәргес станцияны урынлаштырыу ҡаралған. Яңы объекттың хаҡы 46 миллион һумға төшкән.