Элек-электән дәүләттең формалашыуында әләм мөһим урын тотҡан, төп атрибут булып торған. Уның баһаһы йылдан-йыл арта ғына бара.
Советтар Союзы тарҡалғас, 1991 йылдың 22 авгусында үткән РСФСР Юғары Советының ғәҙәттән тыш сессияһында дәүләт флагы тураһында ҡарар ҡабул ителә. Шул көндән, яңы барлыҡҡа килгән дәүләттең символы булараҡ, Мәскәүҙәге Аҡ йорттоң башында аҡ, күк һәм ҡыҙыл төҫтәге әләм елберҙәй башлай. Был тарихи ваҡиғанан һуң, 1994 йылда, ил Президенты “Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө тураһында”ғы Указға ҡул ҡуя. Һөҙөмтәлә был мөһим дата 22 август тип иғлан ителә.
Ҡануниәткә ярашлы, Рәсәйҙең Дәүләт флагы федераль властың, уның башҡарма органдарының биналарында, етәкселәрҙең бүлмәләрендә мотлаҡ булырға, рәсми һәм тантаналы сараларҙа файҙаланылырға тейеш. Ошо уҡ талаптар субъекттарға ла ҡағыла.
Закон менән яҡланған Дәүләт флагына кире мөнәсәбәт күрһәткән, тейешле формаһын күҙәтмәйенсә эшләгән, башҡа әләмдәр менән бергә ҡуйыу ҡағиҙәләрен үтәмәгән өсөн яуаплылыҡ ҡаралған.
Илебеҙҙә дәүләт символдарына иғтибар көсәйә бара. Дәүләт флагы көнөндә илһөйәрлек рухы менән һуғарылған тантаналы һәм мәҙәни саралар ойошторола.