Новости
3 Октября 2018, 07:00

3 ОКТЯБРҘӘ АЯҘЛЫ-БОЛОТЛО ҺАУА ТОРОШО КӨТӨЛӘ

ӨФӨ, 2018 йыл, 3 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда ҡайһы бер юл участкаларына иртән томан төшөүе көтөлә. Күреү мөмкинлеге 500-1000 метрҙан кәмей, тип иҫкәртә синоптиктар. Шаршамбы, 3 октябрҙә, республикала аяҙлы-болотло һауа торошо фаразлана. Яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ төньяҡ райондарҙа бер аҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан секундына 3-8 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы көндөҙ +14,+19° була. Әле Башҡортостандың баш ҡалаһында 7°C, ел көнсығыштан секундына 1 метр, атмосфера баҫымы 749 миллиметр тәшкил итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
ӨФӨ, 2018 йыл, 3 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.


Башҡортостанда ҡайһы бер юл участкаларына иртән томан төшөүе көтөлә. Күреү мөмкинлеге 500-1000 метрҙан кәмей, тип иҫкәртә синоптиктар.


Шаршамбы, 3 октябрҙә, республикала аяҙлы-болотло һауа торошо фаразлана. Яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ төньяҡ райондарҙа бер аҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан секундына 3-8 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы көндөҙ +14,+19° була. Әле Башҡортостандың баш ҡалаһында 7°C, ел көнсығыштан секундына 1 метр, атмосфера баҫымы 749 миллиметр тәшкил итә.