Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тамамланыуға табан барғанда, һөйөнөслө яңылыҡ!
Дуҫтар! Кем дә кем әлегәсә “Ейәнсура таңдары” гәзитенә яҙылып өлгөрмәгән, ашығығыҙ! 3 декабрҙә башланасаҡ ташламалы ун көнлөк тик һеҙҙең өсөн! Был осорҙа һәр почта бүлексәһендә һәм редакцияның үҙендә 10 % ташлама менән, йәғни түбәндәге хаҡтар менән яҙыла алаһығыҙ:
Гәзитте алдырыу ысулы 1 айға 6 айға
Өйгә 134,41 һум 806,46 һум
Абонент йәшнигенә 128,71 һум 772,26 һум
Электрон почтаға 89,00 һум 534,00 һум
Редакциянан килеп алыу 89, 00 һум 534,00 һум
Корпоратив яҙылыу (йәғни бер ойошмаға 10-дан күберәк данаға яҙылғанда) 117,00 һум 402,00 һум
«Ейәнсура таңдары» менән бергә ҡалғандар өсөн бүләктәр уйнатыу дауам итеүен дә хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ. Тиҙҙән шәп велосипедтың эйәһен билдәләрбеҙ. Уны эләктерә алмағандар өсөн тағы ла бүләктәр уйнатыласаҡ әле. Шуға ла бығаса квитанция күсермәһен алып килмәгәнһегеҙ икән, ашығығыҙ!