Новости
4 Апреля 2019, 06:32

«Берҙәм Рәсәй»ҙә ауыл ерендә эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ҡыҫҡартылған эш аҙнаһын һаҡлауҙы талап итәләр

Хеҙмәт министрлығының эш ваҡытын аҙнаһына 36 сәғәттән 40-ҡа тиклем арттырыу тураһындағы инициативаһы, төп эшенән тыш, хужалыҡ мәшәҡәттәре менән булған миллионлаған ҡатын-ҡыҙға ҡағыласаҡ. Быға юл ҡуйырға ярамай. Был хаҡта «Рәсәй ауылы» партия проектының федераль координаторы, Дәүләт Думаһы депутаты Владимир Плотников белдерә. Ул ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына ярҙам итеү сараһы 1990 йылда индерелеүен, ауылдың артта ҡалыуын, социаль һәм көнкүреш хеҙмәттәре юҡ дәрәжәһендә булыуын хәтергә төшөрҙө. «Әле ауыл территорияларын комплекслы үҫтереү буйынса махсус программа өҫтөндә эш бара, киләһе йылдан ауылдың социаль өлкәһен финанслау ҡырҡа артасаҡ», – тип белдерә Плотников. Уның әйтеүенсә, эш сәғәте артыуы һәр ауыл ғаиләһенә ҡағыласаҡ. Хеҙмәт министрлығының инициативаһы дәүләттең ауылда тормош сифатын күтәреү буйынса алып барған ғәйәт ҙур эшенә ышанысты ҡаҡшатырға һәләтле.
Читайте нас