Новости
11 Июня 2019, 14:58

Ауылда уҡытаһыңмы? йәшһеңме? Тимәк, һин грантҡа лайыҡ!

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусыларға 600 мең һум күләмендә гранттар булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусыларға 600 мең һум күләмендә гранттар булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. 1 июлдән башлап йәш педагогик кадрҙарға йыл һайын 100 грант тапшырыласаҡ.Матди ярҙамға дәғүә иткән йәш уҡытыусының йәше 35- кә тиклем, кәмендә ике йыл стажға эйә булырға, ул белем биргән ауылда халыҡ һаны 10 меңдән артмаҫҡа тейеш тейеш. Конкурсҡа документтар 1 августҡа тиклем ҡабул ителә.
Читайте нас