Новости
13 Июня 2019, 07:31

Өфөлә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале башланды

12 июндә, Рәсәй көнөндә һәм Өфө ҡалаһы көнөндә, «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале башланды. Башҡортостандың 100 йыллығына арналған «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале – дүрт көн эсендә Өфөнөң Конгресс-холл амфитеатрында төрлө мәҙәни сараларҙы берләштергән ҙур тамаша майҙансығы ул.
Фестивалдең беренсе көнө, 12 июнь, Милли кейем байрамы менән асылды. Быйыл милли кейем байрамында Башҡортостанда йәшәгән халыҡ вәкилдәре ҡатнашты, шулай уҡ Ҡытай, Һиндостан, Вьетнам, Нигериянан студенттар сығыш яһаны. Киске 8-ҙә Надежда Бабкинаның «Рәсәй йырҙары» фестивале асылды. Фестивалдең беренсе көнөндә Би 2 төркөмө сығыш яһаны һәм Ҡала көнө уңайынан фейерверк булды.
13 июндә – Симфоник төндә Башҡортостандың Йәштәр симфоник оркестры һәм Милли симфоник оркестры сығыш яһай. Симфоник төндө солистар Аскар Абдразаҡов, апалы-һеңлеле Терентьевалар һәм башҡалар дауам итә.
14 июндә танылған солистар һәм ижади коллективтар ҡатнашлығында республиканың 100 йыллығы уңайынан «Алға, Башҡортостан!» тигән концерт була. Башҡортостандың баш ҡалаһына Алһыу, «Пицца», Рушана Вәлиева, Анжелика Якусева, Софья Бугера, Элвин Грей, «Бүреләр», «Заман», РНТ, Роберт Юлдашев килә.
15 июндә фестиваль ҙур гала-концерт менән тамамлана. Яҡташыбыҙ, Салауат районында тыуып үҫкән Азат Шахмөхәмәтов етәкселегендәге Рәсәй ғәскәрҙәренең өлгөлө оркестры килә. Шулай уҡ Мәликә Разакова, Владимир Маркин сығыш яһай.
Фестиваленең һәр көнө салют менән тамамлана.
Читайте нас