Новости
25 Июнь 2019, 08:26

1 июлдән Берҙәм транспорт картаһы индерелә

1 июлдән республикала берҙәм транспорт картаһын индереү буйынса проект старт ала.

1 июлдән республикала берҙәм транспорт картаһын индереү буйынса проект старт ала. Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Салауатта ҡала һәм ҡала яны бәйләнешендәге йәмәғәт транспортында ла уның менән ҡулланырға мөмкин. Транспорт картаһының хаҡы 50 һум була. Водителдән билет һатып алыу мөмкинлеге һаҡлана, тик ул ҡиммәтерәккә төшәсәк.
Берҙәм транспорт картаһын «Рәсәй почтаһы» бүлексәләрендә, «Өфө-матбуғат» киосктарында, ҡайһы бер магазиндарҙа, «Һаҡлыҡ банкы» һәм «Уралсиб» бүлексәләрендә, Берҙәм транспорт картаһын хеҙмәтләндереү пункттарында һатып алырға мөмкин. Граждандарҙың айырым категориялары өсөн бөтә булған льготалар ҙа һаҡлана.
Проектты тормошҡа ашырыуҙың киләһе этабында Берҙәм транспорт картаһының төрлө тарифтарын индереү күҙаллана.
Читайте нас