Новости
4 Июля 2019, 09:38

Рәсәй тәрән һыу аҫты аппаратында 14 моряк һәләк булды.

Рәсәй тәрән һыу аҫты аппаратында 14 моряк һәләк булды. Был хәл 1 июлдә Североморск ҡалаһы янындағы илебеҙ биләмәһенә ҡараған һыуҙарҙа булған.

Рәсәй тәрән һыу аҫты аппаратында 14 моряк һәләк булды.

Был хәл 1 июлдә Североморск ҡалаһы янындағы илебеҙ биләмәһенә ҡараған һыуҙарҙа булған. РФ Хәрби флотының ғилми-тикшеренеү аппаратында батиметрик тикшереү үткәргәндә янғын сыҡҡан. Моряктар ғүмерҙәрен аямай утҡа ҡаршы көрәшкән, шулай ҙа 14-е төтөнгә сәсәп үлгән. Һәләк булғандарҙың етәүһе – беренсе, өсәүһе икенсе ранг капитандары булған, икәүе – Рәсәй Геройҙары. Үлгән бар офицерҙар ҙа дәүләт наградаларына тәҡдим ителәсәк.
Читайте нас