БАШҠОРТОСТАНДА 24 УҠЫУСЫ РУС ТЕЛЕ ҺӘМ МАТЕМАТИКА ФӘНДӘРЕНӘН БЕРҘӘМ ДӘҮЛӘТ ИМТИХАНДАРЫН ТАПШЫРА АЛМАҒАН. Бының турала Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин әйтте.
Уҡыусылар БДИ-ны ҡайтанан сентябрь айында тапшыра ала. Радий Хәбиров министрға был хәлде күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа ҡушты. "Был күңелһеҙ хәл арҡаһында балаларҙың киләсәге боҙолорға тейеш түгел", – тине ул.
Дөйөм алғанда, республикала БДИ һөҙөмтәләре насар түгел. Быйыл 100 балға яҙған уҡыусыларҙың һаны 109-ға етте. Шуларҙың 62%-ы Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек ҙур ҡалаларҙағы уҡыу йорттарын һайлаясағын белдергән.