Новости
15 Июля 2019, 06:31

Ауыл мәктәптәре лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай

“Мәғариф” милли проектының төп һәм өҫтәмә дөйөм белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу өсөн республиканың 133 мәктәбендә матди-техник база булдырыласаҡ.Был исемлеккә ҡалаларҙағы ғына түгел, ауыл ерҙәрендәге белем биреү учреждениелары ла инә, уларҙағы уҡыусыларҙың дөйөм иҫәбе – 60 мең самаһы.Республиканың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажиндың һүҙҙәренсә, 63 мәктәпкә һанлы белем биреүҙең маҡсатлы моделе индереләсәк; ауыл ерҙәрендә урынлашҡан 46 учреждениела физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыласаҡ; ябайлаштырылған дөйөм белем биреү программалары буйынса уҡытыу эшмәкәрлеге алып барған 12 ойошманың матди-техник базаһы яңыртыласаҡ (“Заманса мәктәп”); Башҡортостандың Өҫтәмә белем биреү төбәк модель үҙәге төҙөләсәк; балаларҙың, йәштәрҙең һәләтен асыу, үҫтереү буйынса төбәк үҙәге барлыҡҡа киләсәк.#национальныепроекты#нацпроекты

“Мәғариф” милли проектының төп һәм өҫтәмә дөйөм белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу өсөн республиканың 133 мәктәбендә матди-техник база булдырыласаҡ.
Был исемлеккә ҡалаларҙағы ғына түгел, ауыл ерҙәрендәге белем биреү учреждениелары ла инә, уларҙағы уҡыусыларҙың дөйөм иҫәбе – 60 мең самаһы.
Республиканың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажиндың һүҙҙәренсә, 63 мәктәпкә һанлы белем биреүҙең маҡсатлы моделе индереләсәк; ауыл ерҙәрендә урынлашҡан 46 учреждениела физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыласаҡ; ябайлаштырылған дөйөм белем биреү программалары буйынса уҡытыу эшмәкәрлеге алып барған 12 ойошманың матди-техник базаһы яңыртыласаҡ (“Заманса мәктәп”); Башҡортостандың Өҫтәмә белем биреү төбәк модель үҙәге төҙөләсәк; балаларҙың, йәштәрҙең һәләтен асыу, үҫтереү буйынса төбәк үҙәге барлыҡҡа киләсәк.
#национальныепроекты#нацпроекты
Читайте нас