Новости
16 Июля 2019, 08:37

Өфөлә ер аҫты метроһы төҙөргә уйлайҙар

Өфөлә ер аҫты метроһы төҙөргә уйлайҙар Яңыраҡ Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Таиландтың эшлекле дәирәһе вәкилдәре менән осрашыу ваҡытында Өфөлә ер аҫты метроһын төҙөү мәсьәләләрен күтәрҙе.

Өфөлә ер аҫты метроһы төҙөргә уйлайҙар

Яңыраҡ Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Таиландтың эшлекле дәирәһе вәкилдәре менән осрашыу ваҡытында Өфөлә ер аҫты метроһын төҙөү мәсьәләләрен күтәрҙе. Бынан тыш, Хәбиров спорт йүнәлешендәге халыҡ-ара мәктәпте асыу буйынса уртаҡ эште башларға әҙер булыуын белдерҙе. Башлыҡ хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рәиф Әбдрәхимовҡа әлеге проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса эш группаһын етәкләргә ҡушты.

Әйткәндәй, 2018 йылда Башҡортостан һәм Таиланд араһындағы тауар әйләнеше 7,4 млн доллар тәшкил иткән.
Читайте нас