Новости
18 Июля 2019, 09:54

Асҡар Абдразаҡов Салауат Юлаев ордены менән наградланды

Башҡортостандың халыҡ артисы, Мариин театры солисы, Башҡорт опера һәм балет театрының саҡырылған солисы Асҡар Абдразаҡовты Салауат Юлаев ордены менән наградланды.

Башҡортостандың халыҡ артисы, Мариин театры солисы, Башҡорт опера һәм балет театрының саҡырылған солисы Асҡар Абдразаҡовты Салауат Юлаев ордены менән наградланды. Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров артистың илле йәше тулған көндө ҡул ҡуйған указда әйтелгәнсә, орден уға юғары һөнәри оҫталығы һәм мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн тапшырылды.

Асҡар Абдразаҡов – күренекле опера йырсыһы, Өфөлә режиссер Әмир Абдразаҡовтың ғаиләһендә тыуған. Өфө сәнғәт институтын (профессор Миләүшә Мортазинаның класы) тамамлаған, Мәскәү дәүләт консерваторияһында Ирина Архипова класында уҡыған. Халыҡ-ара музыкаль конкурстар еңеүсеһе һәм лауреаты, «XX быуаттың һуңғы ун йыллығында башҡарыу сәнғәтендәге ҙур уңыштары өсөн» Ирина Архипова фондының алтын миҙалына һәм премияһына эйә.

2019 йылдың мартында Асҡар Әмир улы Башҡортостан Республикаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының мәҙәниәт һәм сәнғәт һорауҙары буйынса кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде. Шулай уҡ ул республиканың һәләтле балалары менән эшләү өсөн платформа булдырыу инициаторы булып сығыш яһаны.
Читайте нас