Новости
18 Июля 2019, 08:42

Владимир Путин янған самолетты экстрен ултыртҡан пилоттарҙы наградланы

Владимир Путин үткән йылдың авгусында янған самолетты экстрен рәүештә Өфөгә ултыртҡан пилоттарҙы Батырлыҡ ордены менән наградланы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Владимир Путин янған самолетты экстрен ултыртҡан пилоттарҙы наградланы

Владимир Путин үткән йылдың авгусында янған самолетты экстрен рәүештә Өфөгә ултыртҡан пилоттарҙы Батырлыҡ ордены менән наградланы.

Һауа карабы командиры Юрий Хорьговский, икенсе пилот Владимир Павленко һәм борт инженеры Сергей Лакида Батырлыҡ ордендары менән бүләкләнде. Бортпроводниктар Евгения Егошина, Петр Михайлов, Ларита Мурадова һәм Руслан Тимербаев Нестеров миҙалына лайыҡ булды. Президент указында хеҙмәт бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары һәм фиҙаҡәрлектәре тураһында әйтелә. 2018 йылдың 22 авгусында, Өфө – Сочи рейсын башҡарған, Red Wings авиакомпанияһы лайнеры осоп киткәс бер нисә минуттан һул яҡтағы двигателе янып китеү сәбәпле Өфө аэропортына ултыра. Уның эсендә 202 пассажир, шул иҫәптән 41 бала була. Уларҙы самолетты ултыртҡандан һуң ете минут эсендә ҡотҡаралар. Алдан экипаж ағзалары Салауат Юлаев ордены һәм почет грамоталары менән наградланған була.