Новости
19 Июля 2019, 08:24

Путин Магнигорскиға килде

Бөгөн, 19 июлдә, Рәсәй Президенты Владимир Путин Магнитогорск ҡалаһына килде.

Бөгөн, 19 июлдә, Рәсәй Президенты Владимир Путин Магнитогорск ҡалаһына килде. Етәксенең урындағы металлургтарҙы һөнәри байрамы менән ҡотлауы, металлургия комбинатының тау-байыҡтырыу фабрикаһында өр-яңы “5-се аглофабрика” производствоһын асыуҙа ҡатнашыуы планлаштырылған.


Әйткәндәй, Магнитогорскиҙа бөгөн Ҡала көнө лә үтә.


Тарихи сығанаҡтарға күҙ һалғанда, Силәбе өлкәһенә ҡараған Магнитогорскиға 1929 йылда нигеҙ һалына. Совет власы осоронда ул ҡеүәтле индустрия үҙәгенә әйләнә. Бында ҡорал ҡоялар, танк эшләйҙәр. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында илебеҙгә иң күп снарядты тап Магнитогорск комбинаты етештерә.


#ВладимирПутин
Читайте нас