20 июль – Халыҡ-ара шахмат көнө уңайынан бөтә шахмат һөйөүсе дуҫтарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!!!
Шахмат уйыны – тормоштоң үҙе кеүек
Тарихи алыҫ быуаттарға тоташҡан шахмат уйыны бөгөнгө компьютер, гаджеттар донъяһында ла популярлығын юғалтмай. Әлеге уйындың иң төп әһәмиәте – кешенең интеллектуаль һәләтен үҫтерергә ярҙам итеүҙә. Шуғалыр, ғүмерҙәре буйы шахмат уйнаған кешеләр олоғайғас та камил аҡылдарын, асыҡ зиһенен юғалтмайҙар.
Шахмат тарихына күҙ һалһаҡ, башта уны 4 кеше уйнаған. Йөрөштәр уйын һөйәктәре ырғытып билгеләнгән. Боронғо шахматтар ҡомарлы уйындар рәтенә ингән, хәҙер иһә шахматтарҙы һалҡын аҡыл менән, һәр аҙымды ныҡлап уйлап уйнайҙар, унда осраҡлылыҡ элементы юҡ тиергә лә була. Шуға ла ҡарамаҫтан, шахмат партияһының аҙағын алдан әйтеү мөмкин түгел: бер яңылыш аҙым партияны бөтөнләй икенсе юлға кертеп ебәрергә мөмкин.
Халыҡ-ара спорт комитеты 1999 йылда ғына шахматтарҙы спорт төрө тип таный. Шуныһы ҡыҙыҡ: Олимпия уйындары составына индергәндә керлинг уйынын "боҙҙа шахмат уйыны" тип рекламалайҙар. Парадокс, керлинг –Олимпия уйындары составында, ә шахмат әлегәсә был төркөмгә индерелмәгән.