Ауылға ҡайтҡан йәш уҡытыусыларға грант бирелә. Документтар 1 авгусҡаса ҡабул ителә. Башҡортостан Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, конкурста 35 йәше тулмаған ауыл мәктәбендә ике йылдан ашыу эшләгән уҡытыусылар ҡатнаша ала. Кандидаттарҙы мәктәп һәм район мәғариф бүлектәре тәҡдим итә. Грант алыусы педагог артабан 10 йыл дауамында ауылда эшләргә тейеш була. Йыл һайын 100 йәш уҡытыусыға 600 мең һум бирелә.