Тольяттиҙа спидвей буйынса команда чемпионаты булып үтте. Илебеҙ данын Башҡортостан егеттәре Эмиль Сәйфетдинов һәм Глеб Чугунов (икеһе лә Салауаттан) яҡланы. Беҙҙең мотоуҙышсылар рәттән икенсе йыл чемпионатта алтын миҙалдарға лайыҡ булды. Икенсе-өсөнсө урындарҙа Польша һәм Австралия вәкилдәре бүлеште.