Үткән йомала, йәғни 19 июлдә 471 йәш пар үҙҙәренең никахтарын теркәгән. Башҡортостан Республикаһының юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, йәштәрҙең никахтарын тик ошо көндә теркәргә теләүҙәре, 19.07.2019 датаһының үҙенсәлекле булыуына бәйле. Йәш парҙар никах таныҡлығы менән бер рәттән Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡотлау хатын һәм ғаилә тормошоноң серен тураһында буклеттар алып ҡыуанды. Тормошоғоҙ ошо матур дата кеүек матур булһын, йәштәр!