Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июль 2019, 17:13

Уттан бер ни ҡалмай

Ҡағы ауылында ҡәһәрле төн.

Ҡағы ауылында оло янғын ҡупҡан


Таңғы сәғәт 5 тирәһендә Белорет районының Үрге Әүжән ауылындағы янғынға ҡаршы хеҙмәттең айырым посына Ҡағы ауылында өйҙәр яна тигән хәбәр килгән.


Ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр юлланған. Улар унда пенсия йәшендәге әбей менән бабай йәшәгән йорттоң һәм ҡаралтыларҙың яныуын асыҡлаған. Ут күршеләренә лә күскән булған. Янғын һүндереүселәр өйҙө һәм өсөнсө күршенең йортон һаҡлап ҡала алған. Һыуҙы саҡрым ярым аранан Ағиҙелдән ташығандар.
Читайте нас