Новости
25 Июля 2019, 14:00

Башҡортостанда «Мосафир» этник музыка форумы уҙасаҡ

Башҡортостанда «Мосафир» этник музыка форумы уҙасаҡ Мосафир» форумы 10-12 ноябрҙә үтә. Проекттың майҙансығы – «Торатау» конгресс-холы, «Өфө уттары», Music hall 27, Башҡорт дәүләт филармонияһы. Проект сиктәрендә этник музыка өлкәһендә 20 алдынғы белгес ҡатнашлығында музыкаль конференция, продюсерҙар, тур ойоштороусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре күҙалланған.

Башҡортостанда «Мосафир» этник музыка форумы уҙасаҡ

Мосафир» форумы 10-12 ноябрҙә үтә. Проекттың майҙансығы – «Торатау» конгресс-холы, «Өфө уттары», Music hall 27, Башҡорт дәүләт филармонияһы.

Проект сиктәрендә этник музыка өлкәһендә 20 алдынғы белгес ҡатнашлығында музыкаль конференция, продюсерҙар, тур ойоштороусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре күҙалланған. Шулай уҡ төбәк презентациялары өсөн күргәҙмә зоналары ойоштороу ҡарала.

Рәсәйҙә этник музыка өлкәһендә берҙән-бер профессиональ премия — Russian World Music Awards менән бүләкләү тантанаһы һәм бер нисә музыкаль шоу форумдың иң күркәм ваҡиғаһы буласаҡ. Урындағы этно-башҡарыусылар килгән продюсерҙар һәм эксперттар менән аралаша аласаҡ һәм донъя коммерция баҙарына сығыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.

Ҡатнашыусыларҙың географияһы киң була. Байрамға Польшанан, Бөйөк Британиянан, Германиянан, Кореянан, Чехиянан, Нидерлантан һәм башҡа илдәрҙән музыка даирәләре вәкилдәре, шулай уҡ музыка тәнҡитселәре киләсәк.

Шулай уҡ урындағы башҡарыусыларҙан «Ҡурайсы», «Арғымаҡ», «Узорица» төркөмдәре, Катя Ямщикова төркөмө, Милли музыка ҡоралдарын оркестрын ҡатнашасаҡ.

Форумға ҡатнашыусыларҙы теркәү августа башлана.
Читайте нас