Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, яман шеш
ауырыуҙары донъяла үлем осраҡтарының төп сәбәптәренең береһе булып тора. Рәсәйҙә йыл һайын биш йөҙ меңдән ашыу кешелә онкологик ауырыу асыҡлана. Ә республикала үткән йыл менән сағыштырғанда сирлеләр 7 процентҡа күбәйгән. Был турала Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән Сәләмәтлек сәғәтендә Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин белдерҙе. Шулай уҡ уның әйтеүенсә, яман шештән үлеү осраҡтары кәмегән. Тәүге стадияла яман шеште уңышлы дауаларға мөмкин. Өстән бер осраҡта сир табиптар тарафынан ваҡытында ауыҙлыҡлана.
Иң киң таралған онкологик сирҙәр — түш биҙҙәре, үпкә, тире, ирҙәрҙең енес биҙе, эсәктәр һәм ашҡаҙан яман шеше. Сирҙе иҫкәртеү һәм иртә диагностикалау өсөн һаулыҡ хаҡында даими хәстәрлек күреү зарур. Ир-егеттәргә енес биҙе яман шешен асыҡлау өсөн ПСА-ға (енес биҙенең
үҙенсәлекле антигенына) анализ бирергә кәрәк. Ә ҡатын-ҡыҙҙар түш биҙҙәре яман шешен иҫкәртеү маҡсатында маммологҡа күренергә, ә инде 40 йәштән һуң ике йылға бер тапҡыр маммография үтергә тейеш.