“Башҡортостан Республикаһында ауыл старосталары тураһында”
Дәүләт Йыйылышы депутаттары ҡабул иткән “Башҡортостан Республикаһында ауыл старосталары тураһында” закон үҙ көсөнә инде.
Шуға ярашлы, старосталарҙы биләмәләрҙең йәки ҡала советтарының (тораҡ пункт ҡала составына ингән осраҡта) вәкәләтле органдары тәғәйенләргә тейеш. Ауыл старосталары вәкәләттәре ваҡыты – икенән биш йылға тиклем.
Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев законда старосталарҙы уҡытыу, шулай уҡ иң яҡшы старосталарҙы асыҡлау буйынса республика һәм муниципаль конкурстарын ойоштороу сараларын уҙғарыу ҡаралғанын билдәләне.
Старосталар граждандар сходы тәҡдиме менән тәғәйенләнә. Документта шулай уҡ ауыл старостаһы булырға теләгән кешеләргә талаптар, старосталарҙың вәкәләттәре яҙылған.