Сәғит ауылындағы фажиғәлә ике кеше һәләк булған. Дүшәмбе, 29 июлгә ҡараған төндә Байыш ауылы яғынан килгән юлда ВАЗ-2110 еңел автомобиле янып китә. Кешеләр күреп янына барғанда, үтә һуң була. Көслө янғын етенсе тиҫтәһен ваҡлаусы Р. менән 46 йәшлек И-ның ғүмерен өҙә.
Әлеге ваҡытта тикшереү эштәре бара, янғын сәбәптәре асыҡлана. Шаһиттар әйтеүенсә, улар хеҙмәттәштәре менән Хәрби-диңгеҙ флоты көнөн билдәләп, ҡайтыр юлға сыҡҡан булған.
Байыш ауылынан, киске уйындан ҡайтып килеүсе йәштәр янғынды тәүләп күреп, тейешле органдарға хәбәр итә.