Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июль 2019, 15:12

Шүлгәнташ янындағы Йылҡысыҡҡан күле янында тиҙҙән Аҡбуҙат урын аласаҡ

Шүлгәнташ янындағы Йылҡысыҡҡан күле янында тиҙҙән Аҡбуҙат урын аласаҡ Суйындан ҡойолған Аҡбуҙат башҡорт халҡының эпик ҡомартҡыларына тәүге һәйкәл буласаҡ.

Шүлгәнташ янындағы Йылҡысыҡҡан күле янында тиҙҙән Аҡбуҙат урын аласаҡ

Суйындан ҡойолған Аҡбуҙат башҡорт халҡының эпик ҡомартҡыларына тәүге һәйкәл буласаҡ.

Ғилми-етештереү үҙәге иғлан иткән Аҡбуҙат һәйкәленең иң яҡшы проектына конкурс йомғаҡтары буйынса, билдәле башҡорт скульпторы Өлфәт Ҡобағошовтың эскизы һайлап алынған. Ижадсы мифик атты эпостарҙағы кеүек һүрәтләүгә ирешкән.

Июнь башында Аҡбуҙаттың гипстан яһалған моделе ҡойоу өсөн Ҡаслы архитектура-художество ҡойоу заводына ебәрелгән. Һәйкәлдең бейеклеге – 5 метр, ә аттыҡы 3,5 метр тәшкил итә.

Һәйкәлде рәсми асыу тантанаһы быйыл август айына билдәләнгән.

Киләсәктә данлыҡлы «Аҡбуҙат» эпосы менән бәйле Йылҡысыҡҡан күле тирәләй парк зонаһы булдырыу күҙ уңында тотола. Мәмерйәгә килгән туристар өсөн ул мауыҡтырғыс туҡталҡа булмаҡсы.
Читайте нас