Новости
1 Августа 2019, 02:20

"Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы" конкурсы үткәрелә

Республикала «Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы» конкурсына старт бирелде. Уны «БР Муниципаль берәмектәре советы» ассоциацияһы ойоштора.Бәйгелә халҡы һаны 5000 кешегә барып еткән Башҡортостан ауылдары ҡатнаша ала.Быйыл конкурс өс этапта уҙасаҡ. Беренсеһендә 1 августан 15 авгусҡа тиклем ғаризалар ҡабул ителәсәк. Икенсе этап 2019 йылдың 1-20 сентябрендә уҙасаҡ. Унда Башҡортостан юлдаш телевидениеһы эфирында финалсылар тураһында видеояҙма күрһәтелеп, тамашасылар тауыш биреүе ойоштороласаҡ. Алынған нәтижә һәм беренсе этап йомғаҡтары менән менән конкурс комиссияһы биш ауылды билдәләйәсәк.Өсөнсө этапта иң күп йомғаҡ баһаһын алыусылар араһынан еңеүселәр асыҡласанаҡ.Конкурс еңеүселәренә дипломдар һәм аҡсалата премия тапшырыласаҡ. I урын яулаусы ауылда «Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы — 2019» яҙыулы стела ҡуйыласаҡ.Ярышта ҡатнашыу өсөн «Башҡортостан Республикаһының Муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһының башҡарма аппаратына ғариза бирергә кәрәк. Адресы: Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, 221-се каб. Һорауҙар менән (347) 280-85-09, (347) 280-81-82. телефондарына шылтыратырға.«Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы» конкурсы буйынса положение ассоциация сайтына ҡуйылған. Шунда уҡ ғариза формаһы һәм баһалау буйынса критерийҙар бирелгән.

Республикала «Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы» конкурсына старт бирелде. Уны «БР Муниципаль берәмектәре советы» ассоциацияһы ойоштора.
Бәйгелә халҡы һаны 5000 кешегә барып еткән Башҡортостан ауылдары ҡатнаша ала.
Быйыл конкурс өс этапта уҙасаҡ. Беренсеһендә 1 августан 15 авгусҡа тиклем ғаризалар ҡабул ителәсәк. Икенсе этап 2019 йылдың 1-20 сентябрендә уҙасаҡ. Унда Башҡортостан юлдаш телевидениеһы эфирында финалсылар тураһында видеояҙма күрһәтелеп, тамашасылар тауыш биреүе ойоштороласаҡ. Алынған нәтижә һәм беренсе этап йомғаҡтары менән менән конкурс комиссияһы биш ауылды билдәләйәсәк.
Өсөнсө этапта иң күп йомғаҡ баһаһын алыусылар араһынан еңеүселәр асыҡласанаҡ.
Конкурс еңеүселәренә дипломдар һәм аҡсалата премия тапшырыласаҡ. I урын яулаусы ауылда «Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы — 2019» яҙыулы стела ҡуйыласаҡ.
Ярышта ҡатнашыу өсөн «Башҡортостан Республикаһының Муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһының башҡарма аппаратына ғариза бирергә кәрәк. Адресы: Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, 221-се каб. Һорауҙар менән (347) 280-85-09, (347) 280-81-82. телефондарына шылтыратырға.
«Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы» конкурсы буйынса положение ассоциация сайтына ҡуйылған. Шунда уҡ ғариза формаһы һәм баһалау буйынса критерийҙар бирелгән.
Читайте нас