Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Август 2019, 17:53

ЛАЙЫҠЛЫЛАР ДӘҮЛӘТ НАГРАДАЛАРЫ АЛДЫ

Фиҙаҡәр хеҙмәткә – лайыҡлы баһа. Республика етәксеһе бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Рәсәй һәм Башҡортостандың юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы.

ЛАЙЫҠЛЫЛАР ДӘҮЛӘТ НАГРАДАЛАРЫ АЛДЫ

Фиҙаҡәр хеҙмәткә – лайыҡлы баһа. Бөгөн республика етәксеһе бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Рәсәй һәм Башҡортостандың юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр исемлегендә 5 тиҫтәнән ашыу кеше. Республика етәксеһе Радий Хәбиров залдағыларҙы тәбрикләп, Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергәндәре өсөн оло рәхмәтен белдерҙе. Хеҙмәткә тоғролоҡ һаҡлау, фиҙаҡәрлек күрһәтеү юғары ҡаҙаныштарға илтә.

Абруй тырыш хеҙмәт менән яулана. Яҡташыбыҙ, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Роберт Яҡшыбаев та Рәсәйҙең почет грамотаһы менән бүләкләнде.

“Беренсенән, хакимиәт яғынан фәнгә, белем биреү өлкәһенә иғтибар тип аңлайым, икенсе яҡтан, үҙеңдең эшеңә, һөнәреңә тоғро эшләүҙе баһалау”, ти физика-математика фәндәре докторы, профессор Роберт Әсҡәт улы.
Читайте нас