Яңы миҙгелгә – яңы проект
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы яңы миҙгелгә «Ете егет» тип исемләнгән яңы реалити-шоу әҙерләй
Проектта ҡатнашыу өсөн башта кастинг ойошторолған, ете егет һайлап алыу этабын уңышлы үткән. Һәр тапшырыу һайын улар халыҡ кәсептәрен үҙләштереп, етеҙлеккә һәм оҫталыҡҡа көс һынашасаҡ.
Республиканың төп телеканалында милли рух менән һуғарылған проект старт ала. Тапшырыуҙа ете егет менән таныштырыу бара, улар төрлө һөнәр эйәләре, тормошҡа ҡараштары ла айырыла. Әммә маҡсаттары бер – халыҡ кәсептәренә, боронғо шөғөлдәргә өйрәнеү. Проектта ҡатнашыу өсөн башта кастингты уңышлы үтергә кәрәк була. Артабан бәхетле исемлеккә эләгеүселәр ижади коллектив менән бергә Урал аръяғына юллана.
«Ете егет» проектында ҡатнашыусылар яңы белем алыуҙан тыш, үҙ-ара ярыша. Тапшырыу һайын яңы кәсепкә өйрәнеп, оҫталарҙың һынауҙарын үтә. Ҡыҫҡаһы бында ҡул көсө, оло сыҙамлыҡ талап ителә. Сығарылыштарҙың береһендә йәштәр ҡулдарына балта, бысҡы алып, солоҡ юнып ҡараясаҡ. Тапшырыу сентябрҙә эфирға сыға башлай, әлегә ижади коллектив видео монтаж эше менән мәшғүл. Ә инде проект еңеүселәре тамашасылар ярҙамында билдәләнәсәк, тауыш биреү ойоштороу ҡаралған. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тиҙәр, шуға тапшырыу ҙа дауамлы булыр тип көтөлә.