Новости
9 Августа 2019, 14:22

“Иғтибар – балалар!” акцияһы башланды

Ейәнсура районы территорияһында 12 августан 5 сентябргә тиклем “Иғтибар – балалар!” иҫкәртеү акцияһы уҙғарыла.

ЮХХДИ тәҙрәһе

“Иғтибар – балалар!” акцияһы башланды

Йәйге каникул осоронда юлдарҙа балаларҙың хәүефһеҙлеге мәсьәләһе айырыуса көнүҙәк, сөнки улар уҡыуҙан буш ваҡытта үҙҙәренең ҡарамағында ҡала.

Балаларҙың урамдарҙа һәм юлдарҙа хәүефһеҙ йөрөү күнекмәләрен үҫтереү, уларҙы транспортлы мөхиткә өйрәтеү маҡсатында, шулай уҡ балалар йөрөтөүҙә ҡағиҙәләрҙе боҙоуға юл ҡуймау һәм профилактик сараларҙы көсәйтеү маҡсатында Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһы тарафынан Ейәнсура районы территорияһында ла 12 августан 5 сентябргә тиклем “Иғтибар – балалар!” иҫкәртеү акцияһы уҙғарыла.

Юл-транспорт хеҙмәте нарядтары водителдәр составы менән эште, юл аша йәйәүлеләрҙең үтеүен, балалар креслоһы һәм хәүефһеҙлек ҡайышын ҡулланыу ҡағиҙәләрен үтәүҙе тикшереү буйынса әүҙемләшәсәк.

Ата-әсә – водителдәрҙе хәүефһеҙлек ҡайыштарын һәм автомобиль салонында балалар булған осраҡта балалар креслоһын ҡулланыу кәрәклеге тураһында иҫкәртәбеҙ. Бала менән юл аша сыҡҡанда юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырабыҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: һеҙҙең юлда үҙегеҙҙе нисек тотоуығыҙ балағыҙ өсөн өлгө булып тора. Юлда баланың именлеге тәү сиратта өлкәндәргә бәйле.
Читайте нас