Ул бер нисә модулдән тора. Уҡыусыларҙы компьютер графикаһына, сит телдәргә, бейеүгә өйрәтеү бурысы ҡуйылған. “Рулгә ултыр” тип аталғаны мәктәптә үк водитель таныҡлығы алыу мөмкинлеген бирә. Проектта социаль йүнәлештәр ҙә бар. Уларҙың береһе - мәктәптәрҙә стоматология бүлмәләрен асыуҙы күҙ уңында тота. Был турала уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин белдерҙе.