Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Август 2019, 19:37

"Башҡортостан лидерҙары". Финалда кемдәр?

«Башҡортостан лидерҙары» конкурсының финалына 72 ҡатнашыусы сыҡты

«Башҡортостан лидерҙары» конкурсының финалына 72 ҡатнашыусы сыҡты. Комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, уларҙың уртаса йәше — 33, иң өлкәненә — 44, иң йәшенә — 25 йәш. Ир-егеттәр — 81%, ҡатын-ҡыҙҙар 19% тәшкил итә. Ҡатнашыусыларҙың күпселеге Өфөнән — 76%. Финалсыларҙың 17% сәнәғәт өлкәһендә эшләй, 11%— дәүләт хеҙмәтендә һәм финанс эшмәкәрлегендә, 10%— медицинала һәм сауҙала. Ҡатнашыусылар башлыса инглиз телен база кимәлендә белә, немец, япон, төрөк, француз телдәрен белгәндәр аҙыраҡ.


Конкурс еңеүселәренә дәүләт структураларында эшләргә тәҡдим итәләр.


Алдан хәбәр ителгәнсә, «Башҡортостан лидерҙары» проекты республика Башлығы Хакимәте тарафынан заманса һәм һәләтле идара хеҙмәткәрҙәрен асыҡлау өсөн ғәмәлгә ашырыла. Конкурсҡа бөтәһе дүрт мең ғариза бирелде. Конкурсанттар тест, анкета, әңгәмәләшеүҙәр рәүешендә һайлап алынды.
Читайте нас