Новости
20 Августа 2019, 06:18

Көлкө көлә етә, артынан ҡыуа етә?!

Салауат Фәтхетдиновтың һуңғы концертындағы тауыш һаман тынмай бит,

Салауат Фәтхетдиновтың һуңғы концертындағы тауыш һаман тынмай бит. Тамашала йырсының муллаларҙан көлөүе дин әһелдәренең йәненә тейгән.

"Мосолмандарҙың патриотик хәйриә фонды" етәксеһе Рөстәм Хәбибуллин йырсынан ғәфү үтенеүен талап итһә лә, Салауат Фәтхетдинов, мин енәйәт ҡылманым, был аҙымға бармайым, тигән. Ахырҙа Рөстәм Хәбибуллин Рәсәй Мөфтиҙәре шураһы рәйесе Рауил Ғәйнетдингә, Салауат "Әл-Фахр" орденына лайыҡ түгел һәм уны кире тартып алырға кәрәк, тип ялыу яҙған.

Был награда артисҡа 2003 йылда бирелгән.

Йырсы дин әһелдәренән ғәфү үтенерме? Әллә орденһыҙ ҡалырмы?
Читайте нас