Форумдың юбилейы киң билдәләнеләсәк
26-27 сентябрҙә Өфөлә ҙур сара үтәсәк. ШОС һәм БРИКС илдәренең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ форумында 30 илдән 2,5 мең кешенең ҡатнашасаҡ. 21 августа Мәскәүҙә форумдың программа комитеты ултырышы булды.
– Был – форумдың тәүге юбилейы, уға быйыл биш йыл тула. Өфөгә донъяның 30 иленән делегациялар киләсәк. Радий Фәрит улы сараны юғары кимәлдә ойошторорға вәғәҙә итте, – тине “Эшлекле Рәсәй”ҙең һәм форумды ойоштороу комитеты рәйестәше Андрей Назаров.
Форумдың программа комитеты рәйесе, БР Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин ҡатнашыусыларҙы юбилей йылы уңайынан таң ҡалдырмаҡсы.
– Республика был сараға әҙерләнеп өлгөрәсәк. Бер ай етә. Етмәһә, һеҙ күреүегеҙсә, беҙ эштәрҙе тәгәрмәстәрҙән башланыҡ һәм бик әүҙем. Беҙ, форумдың биш йыллыҡ юбилейы ҙур күләмдә билдәләнергә тейеш, тип һанайбыҙ, – тине Александр Сидякин.
Программа комитеты ултырышы РФ-ның федераль власть органдары, киң мәғлүмәт саралары, Башҡортостан Республикаһының һәм төрлө илдәрҙең бизнес вәкилдәре, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Бразилия, ЮАР илселеге вәкилдәре ҡатнашлығында уҙҙы.
Форум барышында 18 эшлекле сара уҙғарыласаҡ. Ҡатнашыусылар иҡтисадтың драйвер тармаҡтарын, бәләкәй, урта, ғаилә эшҡыуарлығын үҫтереү, логистика, инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса фекер алышасаҡ. Сараның концепцияһы иһә бәләкәй һәм урта бизнестың әһәмиәтенә ҡоролоп төҙөләсәк.