Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Август 2019, 16:52

Рәсәй флагына быйыл – 350 йыл

22 август – Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнө Бала кесе йәштән үҙенең тыуған еренең, иленең символдарын белеп үҫергә тейеш. Шул маҡсатта 21 августа, Яңы Петровка ауылы китапханаһында балалар өсөн Рәсәй флагы көнө уҙғарылды.

Рәсәй флагына быйыл – 350 йыл

Бала кесе йәштән үҙенең тыуған еренең, иленең символдарын белеп үҫергә тейеш. Шул маҡсатта 21 августа, Яңы Петровка ауылы китапханаһында балалар өсөн Рәсәй флагы көнө уҙғарылды. Балалар илебеҙҙең төп символдары – флаг, гимн һәм герб менән танышты, ихласлап “төҫлө” йомаҡтар систе, “Аҡ, күк, ҡыҙыл” иғтибар уйынын уйнаны, пазлдар йыйҙы. Китапханасы флагтың барлыҡҡа килеү тарихы менән таныштырҙы. Әлбиттә, балалар Рәсәй Федерацияһының флагын танып белә. Был сара уңайынан китаптарҙан һәм һүрәттәрҙән күргәҙмәлек тә эшләп ҡуйылған ине.
Читайте нас