БЕЛЕМ КӨНӨНДӘ АЛКОГОЛЬ ЭСЕМЛЕКТӘР ҺАТЫЛМАЯСАҠ
1 сентябрь йәкшәмбегә тура килгәнлектән, уҡыусылар һәм студенттар өсөн яңы уҡыу йылы 2 сентябрҙән башлана, сикләү ҙә ошо көндө ғәмәлдә буласаҡ.
Республика етәкселеге алкоголь һатыуҙы сикләүсе закон ҡабул иткәйне. Уға ярашлы, Йәштәр һәм Белем көндәрендә, һабантуйҙар үткәргәндә иҫерткес эсемлектәр һатылмаясаҡ.
“Алкоголһеҙ һабантуйҙар һәм Йәштәр көнө уҙғарыу тәжрибәһе күрһәтеүенсә, халыҡ бындай сикләүҙәргә аңлап ҡарай. Был сара йәмәғәт тәртибе урынлаштырыу мөмкинлеге бирә”, – тине Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.